Стэрлебаш шишмэлере
+21 °С
Болотло
Новости
10 Сентябрь 2020, 06:43
Ҡайҙа был һыу буйындай сират?
Салауат ҡалаһында йәшәгән Аткиндар ғаиләһе икенсе йыл инде алты йәшлек балаларын ”Вега” бассейнына яҙҙыра алмауына зарлана. Зарланып ҡына ҡалмағандар, үтенестәре менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәндәр.
Диана Аткинаның раҫлауынса, йыл да хәл үҙгәрешһеҙ, ире иртәнге сәғәт дүрттән тороп сират ала, тик баланы яҙҙыра алмай ҡайта. “Бассейндың эш көнө башланмаған да әле, ә сиратта – йөҙҙән ашыу кеше! - ти Диана. - Ирем сиратҡа 110-сы булып торҙо. Беҙҙе тағы резервҡа ҡуйҙылар. Ни өсөн өҫтәмә төркөм асмайҙар, ете, һигеҙ, туғыҙ йәшлектәр өсөн урын бар бит”.
Яуап оҙаҡ көттөрмәгән, тиҙ арала әсәнең үтенесенә Башҡортостан Башлығы Хакимиәте һәм Салауат ҡалаһы хакимиәтенең физкультура һәм спорт идаралығы начальнигы Андрей Прокопов яуап биргән. Улар тиҙ арала хәлде асыҡлап, аныҡ яуап бирергә вәғәҙә иткән. “Вега” ҡалала берҙән-бер бассейн түгел, тағы ла өс спорт комплексында бассейн эшләргә тейешлеге билдәле.
Диана Аткина фотоһы.
Автор: Дина Арсланова.
https://bash.rbsmi.ru/articles/sotsial-m-s-l/ay-a-bil-iu-buyinday-sirat-442218/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"