Новости
9 Сентября 2020, 12:50

Стәрлебаш районының Гөлөм урманында рудник булған

Гөлөм ауылынан алыҫ түгел урман эргәһендә бер нисә быуат элек баҡыр руднигы булғанын белә инегеҙме һеҙ? Тарихтан билдәле булыуынса, рудник бик ҙур булған.

Унда етештерелгән таштарҙы аттарҙа Мәләүез ҡалаһына баҡыр иретеү заводына ташығандар. Хәҙер инде ташландыҡ рудниктан мәмерйә рәүешендә соҡорҙар ғына ҡалған. Бөгөн беҙҙең хәбәрселәр Ямғырсы мәктәбе уҡыусылары һәм ошо мәктәп уҡытыусылары Эльвира Кәримова, Әлиә Ширғазина менән ошо урында булдылар.
Ошо турала материал гәзитебеҙҙең киләһе һандарында донъя күрәсәк.
Читайте нас