Стэрлебаш шишмэлере
+21 °С
Болотло
Новости
9 Сентябрь 2020, 06:55
Прививка яһаттығыҙмы?
Һаулыҡ һаҡлау министрлығында коронавирус инфекцияһы таралыуын иҫкәртеү буйынса үткәрелгән брифингта пандемия башынан алып сирҙе йоҡторғандарҙың һаны 8 042-гә етеүе хаҡында белдерҙеләр. Һуңғы тәүлектә Сovid-19 диагнозы тағы ла 31 кешегә ҡуйылған.
Әле республикала киҙеүгә ҡаршы прививка яһау кампанияһы дауам итә. ”Өс меңдән ашыу кешегә яһатылды, быйыл көҙ республика халҡының яртыһын вакцинацияға йәлеп итергә тейешбеҙ,” - тине һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин. Киҙеүгә ҡаршы прививка бушлай яһала, үҙегеҙ йәшәгән урындағы участка табибына мөрәжәғәт итергә кәрәк.
- Ҡайһы берәүҙәр коронавирус булмауын раҫлаған белешмәне ҡайҙан алырға тип һорай. Белешмәнең айырым формаһы юҡ. Поликлиникала һеҙгә мәғлүмәтте бланкка яҙып бирәсәктәр, - тине һаулыҡ һаҡлау министры.
Өфөлә киҫкен респиратор вируслы инфекция менән ауырыу осраҡтары арта. Мэрияла үткән кәңәшмәлә йоғошло сирҙең 25 процентҡа артыуы тураһында хәбәр ителде. Күберәк мәктәп йәшендәге балалар сирләүе билдәле.
Светлана Маковеева фотоһы.
Автор: Дина Арсланова.
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/Privivka-ya-atti-i-mi-445882/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"