Стэрлебаш шишмэлере
+22 °С
Ямғыр
Новости
9 Сентябрь 2020, 06:51
Атай, ә быны нисек эшләргә?
АҠШ-та йәшәгән Роберт Кенни YouTube-та ошо исем аҫтында видеоблог булдырған. Эшмәкәрлегенең төп маҡсаты – атай хәстәренән мәхрүм ҡалғандарҙы галстук бәйләү, сөй ҡатыу, машина ремонтлау кеүек файҙалы шөғөлдәргә өйрәтеү.
Роберт Кенни 12 йәшлек сағында атайһыҙ ҡала, уға бөтә һөнәрҙәргә үҙаллы өйрәнергә тура килә.
“Бер ҡасан да байлыҡ, шөһрәт тип ҡыҙманым, ни бары ата-әсәйемдең хаталарын ҡабатламаҫҡа тырыштым”, – ти блогер. Ул үҙе - ике бала атаһы.
Уның видеоблогы ҡыҫҡа ваҡыт эсендә киң билдәлелек яулай, күҙ асып йомған арала миллиондан ашыу яҙылыусы йыя.
Фото: Инстаграм
Автор: Айгөл Йәмилева.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Atay--bini-nisek-eshl-rg-444751/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"