Новости
7 Сентябрь 2020, 07:09

Һеҙҙә кәтмән бирәләрме?

Шөкөр, быйылғы көҙ ҙә мул уңышы менән ҡыуандыра, әле һәр ерҙә эштең гөрләгән сағы: ҡырҙа иген өлгөрә, баҡсаларҙа “икенсе икмәк” – картуф йыйып алына.

Халҡыбыҙҙа борон-борондан яңы уңыштан өлөш – кәтмән биреү йолаһы йәшәгән. Күп төбәктәрҙә ул тап картуф уңышын йыйыуға бәйле әле лә һаҡланған.
Ғәҙәттә, картуф алған мәлдә күршеләр, туғандар, ауылдаштар араһында ошондай шаярыу ҡатыш диалог килеп сыға:
– Ырҙынға – бәрәкәт!
– Һеҙгә – кәтмән!
– Кәтмән бирмәһәң, китмәм!
Уңыш йыйыусылар араһынан берәйһе ырҙынға бәрәкәт теләүсенең итәгенә, кеҫәһенә яңы картуфтан өлөш тултыра. Әлбиттә, хәҙер ҡатын-ҡыҙҙар – балитәкле күлдәк, ирҙәр ҙур кеҫәле киң салбар кеймәгәс, йола ла үҙгәреш кисергән, шулай ҙа был матур күренеш бөтөнләй юҡҡа сыҡмаған.
Телебеҙҙә “кәтмән” һүҙе ике мәғәнәлә йөрөй, беренсеһе – эш ҡоралы, тәпке, икенсеһе – бер биҙрә һыйҙырышлы ағас һауыт. Әлеге йола уның тап икенсеһенә бәйле, йәғни бер биҙрә самаһы уңышты кемдер менән бүлешеү. Был – ергә тейеш булған өлөш тип ҡабул ителгән, уны биреү киләһе йылдың уңышының мул булыуына тәьҫир итә тигән ырым-ышаныу йәшәгән.
Фото: en.grandgames.net
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова.
https://bash.rbsmi.ru/articles/ba-sa/e--k-tm-n-bir-l-rme-442400/
Читайте нас