Ҡыҙым хәтерһеҙ булманы, ә улым башланғыс кластарҙа сумкаһын да онотто, алмаш аяҡ кейемен дә, телефонын да. Уҡыусы проезднойы менән троллейбуста ике туҡталыш баралар ине мәктәпкә. Бер көн икәүһен дә оҙаттым да йәйәү эшкә киттем. Барып инеүемә балалар шылтырата: малайҙың сумкаһы юҡ. Троллейбуста киткән. "Ниндәй" тип һорауыма "күк төҫтә" тиҙәр. Маршрут һанын иҫләмәйҙәр, сөнки беҙҙең яндан мәктәпкә бөтә троллейбустар ҙа бара.
Йүгереп туҡталышҡа сыҡтым, урап килеүенә ҡаршылайым тип. Торам. Уларҙың барыһы ла аҡлы-күкле. Килгән бер троллейбусҡа инәм, һорашам, сығам. Шунан сираттағыһында кондуктор водитель кабинаһынан сумка сығарып бирҙе.
Баҡһаң, улым транспортҡа инә лә сумкаһын сисеп тороп ултыра икән. Башҡаса ике туҡталыш барғансы ғына сумкаңды сисеп торма тип өйрәтеп ҡуйҙым.
Икенсе юлы иртән транспортта алмаш аяҡ кейемен онотҡан. Тағы мәктәптән шылтырата. Ярай, китап-дәфтәр түгел әле, Өфөлә уны хәҙер ҡайҙан табаһың, яңынан алырбыҙ, тинем быныһында.
Кис эштән ҡайтһам, ҡыҙым көлә-көлә һөйләй: "Алты дәрес уҡып бөтөп ҡайтырға сыҡтыҡ. Күрше ҡыҙ, ана троллейбус тора, йүгерҙек, тиһә лә, ҡуй, ҡабаланмайыҡ, тип яйлап атлап барып артабанғыһына ултырҙыҡ. Уға иртән туфли юғалтҡанды һөйләйем. Шул саҡ был ҡыҙ, ана алғы яҡта ҡара пакет элеүле тора, шул түгелме икән, ти. Барып ҡараһаҡ, шул - ҡустымдың туфлийы".
Өсөнсөгә телефон юғалтты. Футбол буйынса күнекмәгә киткәйне, телефонһыҙ ҡайтып инде. Мин шылтыратҡанда, троллейбустамын, ҡайтып етеп киләм, ти ине. Тағы телефонына шылтыраттым. Кондуктор алды. Эйе, бер пассажир табып бирҙе, ултырғыста ятып ҡалған, беҙ шул-шул ерҙәбеҙ, ти.
Өйҙән сығып йүгерҙем, туҡталышҡа тиклем ун минут ваҡыт китә. Урам мөйөшөндәге светофорға барып етеүемә, теге троллейбус туҡталышты үтеп китеп, шунда ҡыҙыл утҡа туҡтаған ине инде. Йүгереп барып алғы ишекте туҡылдатып астырып, телефонды алып ҡалдым.
Улыма инде егерме йәш тула. Әммә ошондай ҡыҙыҡтары һис онотолмай. Ә һеҙҙең балаларҙың уҡыуға, мәктәпкә бәйле ниндәй мәҙәктәре хәтерҙә?