Новости
4 Сентябрь 2020, 07:18

"Таксисты көтөр әмәлем ҡалмағайны"

Иртәнге сәғәт 7.00 тирәһендә 51 йәшлек таксисҡа заявка килә – клиентты Көйөргәҙе районының Ермолаевка ауылынан барып алып, Маячный ауылына илтергә кәрәк.

Ул риза булып юлға сыға, пассажирҙы тейешле урынға алып бара. Эштәре бөткәс, кире алып барып ҡуйыуҙы үтенә клиент.
Юл ыңғайы пассажир машинаны туҡтатыуҙы һорай һәм сыға. Был ваҡытта таксист та танышын күреп ҡалып, автомобилдән сығып, иҫәнләшергә юллана. Ошо мәлдә клиент күҙ асып йомғансы машинаға инеп ултырып, ҡабыҙып китеп тә бара. Таксист танышы менән бергә уның артынан ҡыуа төшә. Юл буйында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәрен күреп, хәлде аңлатып биргәс, артабан бурҙы улар баҫтыра башлай. Һөҙөмтәлә урланған машинаны Ермолаевка ауылының Тыныслыҡ урамынан барып табалар.
"Таксисты көтөр әмәлем ҡалмағайны, өйгә ҡайтырға бик ныҡ ашыға инем", тип аңлатҡан машина буры был ҡылығын.
Уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған. Ашыҡҡан ашҡан бешкән, тиҙәр бит...
Фото: "Бәйләнештә".
Автор: Миләүшә Сайтакова.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Taksisti-k-t-r-m-lem-alma-ayni-439469/
Читайте нас