Новости
4 Сентябрь 2020, 07:28

Радмир Туйсин нимә тураһында уйлай?

Бынан бер нисә көн элек пародия оҫтаһы, йырсы һәм ҡурайсы Илсур Тайсиндың бишенсегә атай булыуы тураһында хәбәр иткәйнек.

Шул уңайҙан гәзиттең төркөмөндәге дуҫтарыбыҙ менән яҙышып аралаштыҡ, һөйөнсө өсөн рәхмәт тә әйттеләр. Ә араларынан берәү уйламағанда: “Радмир Туйсиндар ҙа бәпәй алырға уйлай, тиҙәр. Шул дөрөҫмө?” - тимәһенме!
Ҡурайсы һәм йырсы Радмир Туйсин Баймаҡ районының Сыңғыҙ ауылында тыуып үҫкән. Ул кәләше Вәсилә менән Ынйы һәм Алтынай исемле ҡыҙҙар үҫтерә. Йырсы егетте йәмле Талҡаҫ буйында осратҡанда унан был турала кинәйәләп “тағы ла уйламайһығыҙмы?” тип һораным.
- Уйлайбыҙ, – тине ул мут йылмайып.
Шатлығымдан Радмирҙың ҡулын ирҙәрсә ҡыҫтым.
- Ҡасан? – Булды минең һорау.
- Быйылға планлаштырҙыҡ, – тине ул көтмәгәндә.
Тел тик тормай бит инде, “Исемен уйламанығыҙмы?” - тинем.
- Уға исем уйлап тораһы түгел, исеме бар бит инде, – тине ул көлөп. – “Тойота”ны һайланыҡ, ышаныслы ла, уңайлы ла... Машина өсөн иң мөһиме шул бит инде...
Фото: “Бәйләнештә” селтәренән.
Автор: Илдар Акьюлов.
https://bash.rbsmi.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/Radmir-Tuysin-nim-tura-inda-uylay-437401/
Читайте нас