Новости
4 Сентябрь 2020, 08:35

Коронавирус йоҡтороусылар статистикаһы 32 кешегә артты

Йәнә 32. Һуңғы тәүлектә коронавирус йоҡтороусылар статистикаһы шунсама кешегә тулыланды.

Дөйөм һан 8 меңгә яҡынлаша. Теүәлләп әйткәндә, пандемия башланған көндән алып республикала хәүефле сирҙең 7 мең 888 осрағы раҫланған. Башҡортостандың һаҡлыҡ һаҡлау министрлығы биргән мәғлүмәт буйынса дауаханаларҙа әле 66 пациент ҡала, уларҙың 8-е ауыр хәлдә, бер кеше тын юлдарын яһалма елләтеү ҡоролмаһына тоташтырылған.
Һуңғы тәүлектә 26 пациент йүнәлгән. Коронавирустан 29 үлем осрағы теркәлгән. Юғары әҙерлек тәртипбе йомшартылыуға ҡарамаҫтан, табиптар коронавирустан һаҡланыу сараларын инҡар итмәҫкә кәңәш итә. Кеше күпләп йыйылған урындар, йәмәғәт транспортында битлектә һәм бирсәткәлә булыу шарт. Шулай уҡ социаль дистанцияны һаҡлау ҙа ауырыуҙан ҡурсалай.
Фото социаль селтәрҙән.
Читайте нас