Новости
3 Сентябрь 2020, 07:24

Шихандар – ғорурлыҡ объекты

Ҡуштауға республика әһәмиәтендәге махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәһе статусын биреү шихандарҙы һаҡлау өсөн алып барылған көрәш дәүерен тамамларға тейеш. Бындай фекерҙе Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, “Йәшелдәр” Рәсәй экология партияһы”ның төбәк лидеры Руфина Шаһапова әйтте.

"Тауҙы яҡлаған экологик әүҙемселәр өсөн был ысын еңеү, – тине ул. – Хәҙер бер кем дә тауға эшкәртеү объекты тип ҡарамаясаҡ. Был мәсьәләлә нөктә ҡуйылды, хәҙер Ҡуштау - тик тәбиғәт һәм мәҙәниәт һәйкәле. Бөтәһе лә шуны аңлаһын: шихандар сеймал базаһы түгел, ә ғорурлыҡ объекты. Ҡабул ителгән ҡарар республикала туризмды үҫтереү өсөн дә ыңғай һөҙөмтә бирер тип уйлайым. Һүҙ эске генә түгел, ә төбәк-ара һәм халыҡ-ара кимәл тураһында бара. Яҡын арала яңы махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәһенең инфраструктураһын үҫтереү өсөн аҡса һалыныр тип ышанам. Шулай уҡ унда шихандар менән ҡыҙыҡһынған туристар, ғалимдар барыр. Был тауҙар янында йәшәгән кешеләр тәбиғәт һәм мәҙәниәт мираҫына бара алырға тейеш тип иҫәпләйем".
Фото: "Башинформ".
Автор: Альфия Мингалиева.
Читайте нас