Новости
3 Сентябрь 2020, 07:17

Өфө слесары бөтә илгә билдәле булды

Өфө заводында слесарь хеҙмәтен башҡарған Александр Иванов тураһында белмәгән дә булыр инек, әгәр уның юлында журналист һәм блогер Юрий Дудь осрамаһа.

Уларҙың юлдары Ҡабарҙы-Балҡар тауҙарында киҫешә. Был ваҡытта Дудь актер Юрий Борисов тураһында интервью төшөрөп йөрөгән була. 1 сентябрҙә ютуб-каналындағы ролигына слесарь менән булған әңгәмә эпизоды ла инә һәм каналға яҙылыусыларҙан бик күп ыңғай һәм йылы комментарийҙар йыя.
Баҡтиһәң, яҡташыбыҙ отпускыһында алыҫ ерҙәргә велосипедта сәйәхәт итергә ярата икән. Ул Мостай Кәрим бейеклегенә тиклем барып етергә тигән хыял менән яна. Был акцияны ул бөйөк яҙыусының 100 йыллығына арнап, Рус географик йәмғиәте менән берлектә планлаштырған.
Журналист менән осрашҡанға тиклем Александр 17 көндә 2500 километр юл үткән. "Заводта слесарь булып эшләйем. Велосипедта йөрөү - минең хобби. Төндәрен палаткала йоҡлайым, аҙыҡты юлдағы тораҡ пункттарҙан алам. Эскелек менән күптән мауыҡмайым. Ғаиләм дә ыңғай ҡарай, ҡайһы мәлдә хеҙмәттәштәрем дә минең менән ошондай сәйәхәткә сыға", - тип ихлас яуап ҡайтара өфөлө билдәле блогерҙың һорауҙарына.
Дудь өфөлөгә "бик текә!" тип һоҡланһа, актер Борисов "миңә лә шулай сәйәхәт итергә ине" тигән теләген белдерә. Быға Александр: "Ниңә хыял ғына итергә? Велосипед һатып алаһың да сығаһың да китәһең", - ти дәртле генә.

Фото:runews24.ru
Автор: Аклима Гизатуллина.
Читайте нас