Стэрлебаш шишмэлере
+21 °С
Болотло
Новости
3 Сентябрь 2020, 07:34
Ҡайынһеңлеһенең юлын ҡыйып...
Бар тирә-яҡты шаңҡыта был ҡот осҡос хәл - Салауат районының Урмансы ауылында 55 йәшлек ҡатын ҡайынһеңлеһен бысаҡ сәнсеп үлтергән... Был хаҡта "Новости Башкирии сегодня" порталы хәбәр итә.
Аяныслы иртәлә бисара ҡатын улы менән мәктәп кәрәк-яраҡтары алырға тип, автобус туҡталышына йүнәлгән була. Юл ыңғайы уны ағаһының иҫерек ҡатыны туҡтатып, ниңәлер өйөнә саҡырып индерә. Бала тышта әсәһен көтөп ҡала.
Был ике ҡатындың электән үк борсағы бешмәй, йыш ҡына низағлашып йәшәйҙәр. Был юлы ла икәү араһындағы һөйләшеү бәхәскә әүерелә. Ҡыҙып алған хужабикә бысаҡ алып, ҡайынһеңлеһенең эсенә сәнсә. Ҡысҡырышҡан тауыштарға күршеләр йүгереп килә, улар "Ашығыс ярҙам" саҡыра. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яралы ҡатын табиптар бригадаһы килеп еткәнсе йән бирә.
Әсәһен урамда көтөп ҡалған баланың йөрәге нисек сыҙағандыр, уйлап уй етмәҫлек бит...
Әлеге мәлдә полиция эште Тәфтиш комитетына тапшырған, енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Фото pixaday.com
Автор: Миләүшә Сайтакова.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/ayin-e-le-ene-yulin-iyip-436993/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"