Бигерәк тә ул баҡса эштәренә мөкиббән, уның үҫтергән еләк-емештәре, йәшелсәләре һәр ваҡыт мул уңыш бирә. Сөнки ул көн һайын уларҙы "сихырлай" әйтерһең, әлбиттә, был һүҙ яҡшы мәғәнәлә, һәр ҡайһыһының өҫтөндә өлтөрәп тора, иртә яҙҙан алып һуңғы көҙгә тиклем уларҙы ҡарай. Ә быйыл ултыртҡан ҡарбуздары ҡайһылай ҙур булып үҫте, күрһәгеҙме? Шулай уҡ ҡабағы ла уңды Фирҙәүес Мөҙәрис улының. Һай, афарин, егәрле лә, булдыҡлы ла аҡһаҡал.