“Аптырама, һеңлем, һиңә һөйләгәнгә. Әйтмәйенсә бер нисек тә булмай, эштә хеҙмәттәштәргә барыһын да белдерергә яраймы ни?! Кәрәкмәй ҙә! – тип башланы хәбәрен йәше инде ете тиҫтәгә етеп барған ҡатын. – Эйе, ни ҡылырға белмәгәнлектән, эшкә әле һаман йөрөйөм, күңел бушлығын хеҙмәт менән баҫам... Үтте инде ғүмерем. Улымды 40 йәшемдә генә таптым. Берҙән-берем, терәгем, таянысым ул ғына. Тик бына Шамил һуңғы ваҡытта бөтөнләй үҙгәрҙе. Ғөмүмән, ғаиләбеҙҙәге тормош пыран-заран килде...”
Шамил әле икенсе тапҡыр өйләнгән. Беренсе ҡатыны менән тормошо барып сыҡмағас, айырылышҡандар. Ә яңы кәләше Әминә теле-телгә йоҡмай тәтелдәп торған, бик уңған икән. Заманы шулай, ундайҙар тормошта юғалып ҡалмай, тип тынысланырға мөмкин булыр ине лә... Тик Шамилдың әсәһенә килененең улын үҙенең “теҙгене”ндә генә тотоуы оҡшамай.
“Шамил, тегене эшлә, Шамил, быны былай ит!” – тип бойороп тик ултыра килен. Ә улым уның һүҙенән сыҡмай. Бер ни әйтерлек түгел киленгә. Етмәһә, мине ейәнле итергә лә ашыҡмайҙар. Исмаһам, үҙемә 80 йәшкә етергә яҙып, ейән һөйә алһам ине...” – тип юл буйы һөйләне аһ-зарын ҡатын.
Шым ғына тыңлап барҙым уны. Һуңғараҡ ҡатынды ла, улын да йәлләберәк ҡуйҙым. Ир кеше бер ҡыйыҡ аҫтында үҙенә иң яҡын, шул уҡ ваҡытта үҙ-ара аңлаша алмаған әсәһе менән кәләше араһында нисек көн итер? Ә хаҡлы ялдағы ҡатын, күңеленә тыныслыҡ эҙләп, эшләп тик йөрөргә тейешме икән?..