Новости
2 Сентября 2020, 12:02

"Көньяҡ" биҫтәһе халҡын нимә борсой?

Яңауыл ҡалаһына эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Көньяҡ” биҫтәһендә булды. Биләмәне 2015 йылда үҙләштерә башлағандар.

Бында дөйөм майҙаны 10 мең квадрат метрҙан ашыу булған дүрт күп фатирлы йорт һалғандар, тирә-яҡты төҙөкләндергәндәр. Күршелә сауҙа-сервис комплексы төҙөлә. 2021-2022 йылдарҙа төҙөүсе компания майҙаны биш мең квадрат метрҙан ашыу булған тағы ике тораҡ йортто файҙаланыуға тапшырмаҡсы.
Ошонда уҡ шәхси йорттар кварталы ла урынлашҡан, уның биләмәһендә 280-дән ашыу участка бар. Ерҙе шул иҫәптән күп балалы ғаиләләргә һәм инвалид бала тәрбиәләгәндәргә лә биргәндәр. Йорттарҙың 80 процент самаһын файҙаланыуға тапшырғандар ҙа.
Урындағы халыҡ Радий Хәбиров менән аралашты һәм үҙҙәрен борсоған һорауҙарын бирҙе. Уларҙың иң мөһиме – газ булмау. Кешеләр өйөн күмер йәки электр менән йылыта. Был тема буйынса халыҡтың мөрәжәғәтен “Инцидент менеджмент” системаһы ла күпләп теркәгән.
– 2021 йылда беҙ газ үткәргесте проектлай башлаясаҡбыҙ. Йыл еңел булмаясаҡ, шулай ҙа аҡса табасаҡбыҙ. 2022-2023 йылдарҙа төҙөйәсәкбеҙ. Мин быны йөкләмә итеп теркәтермен, район башлығы эш барышын контролдә тотор, – тине Радий Хәбиров.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Автор: Альфия Мингалиева.
Читайте нас