Әсәлек капиталын быйыл тотонорға хәл иткән ғаиләләрҙең 61 проценты аҡсаны торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға файҙаланған. 28 проценты икенсе балаға айлыҡ түләүҙәр өсөн рәсмиләштергән. Уның күләме төбәктәге йәшәү минимумына тиң. Әсәлек капиталын алыусыларҙың 11 проценты средстволарҙы балаларын уҡытыуға тотонған.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, әсәлек капиталы, “Демография” милли проектына ярашлы, Рәсәй ғаиләләренә күрһәтелгән дәүләт ярҙамы. 2007 йылдан уны алыу хоҡуғына икенсе балалары тыуған йәки уллыҡҡа алған ғаиләләр эйә булды (шулай уҡ артабанғы балалар тыуғанда). 2020 йылдан әсәлек капиталына тәүге сабыйы тыуған ғаиләләр ҙә дәғүә итә ала. Тәүге балалары 2020 йылдың 1 ғинуарынан һуң донъяға килгән ғаиләләр өсөн әсәлек капиталы 466 617 һум тәшкил итә. Ә ошо ваҡыттан икенсе балалары тыуған ғаиләләр өсөн ул өҫтәмә рәүештә 150 мең һумға арта.
2020 йылдың 15 апреленән алып әсәлек капиталына сертификатты әүҙем режимда, дәүләт хеҙмәттәре порталында рәсмиләштерергә мөмкин. Программа башланғандан алып ун миллиондан ашыу сертификат тапшырылған, ул 2026 йылдың аҙағына тиклем эшләйәсәк.