Новости
2 Сентябрь 2020, 12:37

“Хәҙер бәләкәсем менән артыҡ булып сыҡтыҡ...”

Йәйҙең еләҫ еле уйға сумған Зәйнәпте һиҫкәндереп ебәрҙе. Тормошоноң һуңғы алты йылы матди йәһәттән бер ҙә еңел үтмәне уның. Фәниле менән икәүһенең бына тигән улы бар, тик законлы никахҡа инергә тырышманылар. Дөрөҫөн әйткәндә, ҡатындың ошо хаҡта уйы бар ине барлыҡҡа, тик ир ауыҙынан был турала һүҙ сыҡмағас, өндәшмәй, баш баҫып йәшәүен белде...

Ҡатындың ул саҡтағы тормошон йәшәү тип атап булырмы икән? Юҡтыр, көн күреү тип әйтеү дөрөҫөрәктер. Фәнилдең фатирында йәшәнеләр. Бәпестәре тыуғас, аҡсаға наҡыҫлыҡ тағы артты. Аҙыҡ-түлекте лә, ғәҙәттә, акция булғанда һатып ала башланылар. Ҡыҫҡаһы: ҡайҙа осһоҙораҡ әйбер, шуны алдылар. Һуңғы ваҡытта Зәйнәптең ябығыуы ла тиккә түгел: күберәк эшләргә тырышты, бер ниндәй ҡара эштән – подъезда иҙән йыуыуҙан, йорт ихатаһын йыйыштырыуҙан – ҡурҡманы. Тик бына даими йәшәү сығанағы булған хеҙмәт урыны юҡлығы ғына күңелен өйкәне...

Ниһайәт, былтыр көҙ ҡатын яҡшы ғына эшкә урынлашты. Хеҙмәт хаҡы тотороҡло, өҫтәүенә уға ҡушып премияһын да бирәләр. Тик бына шәхси тормошонда ғына барыһы ла ҡапыл “аҫҡа тәгәрәне”. Фәниле туҡтауһыҙ һөйләнде: “Ашты тоҙлағанһың. Ни өсөн быны кейҙең? Ниңә биҙәндең?..” Уға бер нәмә лә оҡшамай башланы.

Һөҙөмтәлә ҡатын балаһы менән әхирәтенә күсеп торорға булды. Хәҙер Зәйнәп: “Аҡсаһыҙ саҡта тормошобоҙ түңәрәк ине. Саҡ ҡына аҡса күреп тотона башлағайным, иремә балам менән артыҡ булып сыҡтыҡ, хатта баланы күргәне лә юҡ”, – тип ҡайғыра...
Автор: Айһылыу НИЗАМОВА әҙерләне.
Читайте нас