Новости
2 Сентябрь 2020, 12:45

Дүрт йәшлек бала осоп төшкән

1 сентябрҙә, төш мәлендә тағы бер бәхетһеҙ осраҡ тураһында билдәле булды: бала тәҙрәнән ҡолап төшкән.

Баш ҡаланың Степан Халтурин урамындағы бер йорттоң өсөнсө ҡатынан 4 йәшлек бала осоп төшкән. Был турала ҡаланың Граждандарҙы яҡлау идаралығы хәбәр итә. Ваҡиға урынына "Ашығыс ярҙам" хеҙмәте юллана. Бала әле дауаханала. Сәләмәтлеге торошонда хәбәр ителмәй.

Фаразлауҙар буйынса, малай тәҙрә төбөндә ултырған һәм москит сеткаһына таянған... аҙағы шундай аяныслы. Бәләкәстең иҫән ҡалыуын, тиҙерәк һауығыуын, бындай бәлә-ҡазаларҙың ҡабатланмауын теләйбеҙ.

Фото: vinn-fm.com
Автор: Аклима Гизатуллина.
Читайте нас