Стэрлебаш шишмэлере
+22 °С
Ямғыр
Новости
1 Сентябрь 2020, 06:45
Йылы биреү системаһы әҙер тиерлек
Һалҡын көндәргә күп ҡалманы. Башҡортостан көҙгө-ҡышҡы миҙгелгә әҙерлек эштәрен дауам итә. Әлеге ваҡытта 1,5 ҡаҙанлыҡ, дүрт мең километр йылылыҡ селтәре, 517 үҙәкләштерелгән йылылыҡ пункттары әҙерләнгән. Был турала бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә вице-премьер – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев хәбәр итте.
2020 йылда республикала 228 километр һыу үткәргес һәм 140 километр йылылыҡ селтәре алмаштырылған. Йылылыҡ миҙгеленә әҙерлек өсөн дөйөм алғанда 5,38 миллиард һум аҡса бүленгән.
– Беҙ ҡышҡа әҙерлекте тамамланыҡ тиерлек. Тармаҡ 98 процентҡа әҙер, – тине Борис Беляев. – 15 сентябргә тиклем муниципалитеттар эштәрҙе тамамлап ҡуйырға тейеш.
Шулай 10 сентябргә тиклем йылытыу системаһын химик таҙартылған һыу менән тултырырға һәм һауа бөкөләрен юҡҡа сығарырға, ә 15 сентябргә тиклем күп фатирлы йорттарға һәм әҙерлек паспорты теркәлгән учреждениеларға йылы бирергә әҙер булырға тейештәр.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, йылылыҡты тышта биш көн рәттән һауа температураһы +8 градустан түбән булған осраҡта тоҡандыралар. Шулай уҡ кешеләр үҙҙәре лә күп фатирлы йорттар милекселәренең дөйөм йыйылышында йылы биреү тураһындағы ҡарар ҡабул итә ала.
Башҡортостан Башлығы көҙ-ҡыш миҙгеле башланғансы муниципалитеттарҙа йылытыу системаларын эшкә ҡушыу буйынса күнекмәләр үткәрергә ҡушты.
– Йылылыҡ миҙгеленә әҙерлек – Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының төп бурысы. Ваҡыт аҙ ҡалды. Тест режимында йылылыҡ системаларының төҙөклөгөн тикшерегеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Авария хеҙмәттәре лә әҙер булһын: уларҙы уҡытыу, эпикировка, эш тәртибе, бер нимә лә күҙ уңынан ситтә ҡалмаһын.
Фото:
ufa-news.net
Автор: Альфия Мингалиева.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/ish-i-mi-gelg--erbe-tierlek-433723/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"