Бер килограмм ҡыяр, бер килограмм помидор, бер килограмм татлы борос, ике кишер, ике баш һуған, ике баш һарымһаҡ, 8-9 бөртөклө борос, әнис алабыҙ.
Ә тоҙлоҡ өсөн: литр ярым һыу, ике аш ҡалағы тоҙ, ике аш ҡалағы шәкәр, бер сәй ҡалағы һеркә.
Тәүҙә йәшелсәләрҙе һәйбәтләп йыуабыҙ. Ҡыярҙарҙы ике сәғәткә һыуыҡ һыуға һалабыҙ. Боростоң орлоҡтарын алабыҙ. Кишер менән һарымһаҡты тоҙлайбыҙ. Помидорҙы ваҡларға кәрәкмәй. Болгар боросон һалам формаһында, кишерҙе түңәрәкләп, һуғанды дүрт өлөшкә бүләбеҙ.
Шунан бөтә йәшелсәләрҙә банкаға һарымһаҡ, бөртөклө борос, әнис өҫтәп тултырабыҙ ҙа ҡайнар һыу ҡоябыҙ. Һыу һыуығас, 15 минут тирәһе тотҡас, уны кәстрүлгә ҡоябыҙ. Тоҙ, шәкәр һалып утҡа ҡайнатырға ҡуябыҙ.
Ҡайнап сыҡҡас та һүндереп, һеркә өҫтәп, банкаларға ҡабаттан ҡоябыҙ.
Банкаларҙы тимер ҡапҡас менән ҡаплайбыҙ. Уларҙы баш түбән әйләндереп, йылы одеял ябабыҙ. Банкалар һыуығас, уларҙы бүлмәлә лә һаҡларға мөмкин, тик ҡояш нурҙары төшөргә тейеш түгел.