Новости
1 Сентябрь 2020, 06:42

Мәктәп автобустары уҡыу йылына әҙер

Мәктәп автобустары яңы уҡыу йылына әҙер. Был турала Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин белдерҙе.

Башҡортостанда 1436 мәктәп автобусы менән 872 мәктәптә уҡыған 42 мең бала файҙалана. Быйыл муниципалитеттар 44 автобус алған. Уларҙы алыу өсөн республика бюджетынан 104,7 миллион һум аҡса тотонолған. Был файҙаланыу ваҡыты 10 йылдан ашыу булған бөтә автобустарҙы ла тиерлек алмаштырыу мөмкинлеге биргән.
Унан тыш, Башҡортостан федераль программаларҙа ҡатнашыу арҡаһында ла мәктәп автобустары паркын яңыртыуға өлгәшкән. Былтыр ошондай 37 техника һатып алынған. Быйыл иһә республика илдең Мәғариф министрлығына 147 автобус алыу өсөн заявка ебәргән, әле улар ҡарала.
Яңы уҡыу йылы башланыр алдынан республиканың дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре мәктәп автобустарының техник торошон тикшергән, айырыуса ҙур иғтибар төҫлө сигнализация, ашығыс ишектәр асылыу төймәһе, тахографтар һәм водитель картаһы, хәүефһеҙлек ҡайыштарының дөрөҫ эшләүенә һ.б. бирелгән. Инспекторҙар балаларҙы ташыған водителдәр тураһындағы мәғлүмәттәрҙе лә өйрәнгән.
Коронавирус инфекцияһын таратмау маҡсатында мәктәптәр водителдәрҙең рейс һайын тикшереү үтеүен һәм тән температураһы үлсәнеүҙе контролдә тотасаҡ. Бынан тыш, улар битлек режимын үтәргә тейеш. Юлға сыҡҡансы һәм хәрәкәт тамамланғас, автобустарҙы елләтәсәктәр, салонда еүеш йыйыштырыу һәм профилактик дезинфекция үткәрәсәктәр.
Автор: Альфия Мингалиева.
Читайте нас