Новости
1 Сентябрь 2020, 06:48

Бушлай кино күрһәтәләр

Республиканың Хәрби Дан музейы һәм уның филиалы – 112-се (16-сы гвардия) Башҡорт кавалерия дивизияһы музейы “Хәрби-тарихи кино көндәре” фестиваленә ҡушыла. “Еңеү биләмәһе” проекты нигеҙендә музейға килгәндәргә Ватан кинематографының Бөйөк Ватан һуғышына арналған иң яҡшы әҫәрҙәрен бушлай күрһәтәләр. Сара Мәскәүҙең Еңеү музейы башланғысы менән 2 – 6 сентябрҙә уҙғарыла.

Хәрби-тарихи кино көндәрен Игорь Копыловтың “Ржев” картинаһы аса. Ул экрандарға былтыр 5 декабрҙә сыҡҡайны. Тамашасылар шулай уҡ “Калашников” һәм “Познавая цвет войны” фильмдарын ҡарай ала.
112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейында 3 сентябрҙә көндөҙгө сәғәт 2-лә – "Ржев”, 4 һәм 5 сентябрҙә көндөҙгө 2-лә – “Калашников”, 6 сентябрҙә сәғәт 3-тә – “Познавая цвет войны”, Республика Хәрби Дан музейында 3 сентябрҙә көндөҙгө сәғәт 3-тә – “Ржев", 4 сентябрҙә көндөҙгө сәғәт 12-лә “Калашников картинаһы күрһәтелә.
Фото: vk.com
Автор: Лилия Давлетбакова.
Читайте нас