Новости
1 Сентябрь 2020, 09:54

Һайлауҙа алдан тауыш бирергә мөмкин

Хөрмәтле һайлаусы!Һеҙҙе 2020 йылдың 11-12 сентябрендә 8.00 сәғәттән 20.00 сәғәткә тиклем, 13 сентябрҙә 7.00 сәғәттән 21.00 сәғәткә тиклем һайлау участкаһының тауыш биреү бүлмәһендә үтәсәк бишенсе саҡырылыш Башҡортостан Республикаһы Стәрлебаш районы муниципаль район Советына депутаттар һайлауҙа тауыш биреүҙә ҡатнашырға саҡырабыҙ.

Үҙегеҙ менән паспорт алып килеү мотлаҡ. Әгәр Һеҙ, билдәле сәбәптәр (сирләү, инвалидлыҡ) арҡаһында һайлау көнөндә тауыш биреү бүлмәһенә шәхсән килә алмайһығыҙ икән, 13 сентябрҙең 15.00 сәғәтенән дә һуңламайынса тауыш биреү бүлмәһенән тыш һайлау мөмкинлегенән файҙаланыу тураһында участка һайлау комиссияһына яҙма ғариза тапшыра йәки телефон аша телдән хәбәр итә алаһығыҙ.
Һайлау участкаһына тауыш биреү көнөндә килеү мөмкинлеге булмаһа, алдан 2-12 сентябрҙә 20.00 сәғәткә тиклем участка һайлау комиссияһында тауыш бирә алаһығыҙ.
Башҡортостан Республикаһы Стәрлебаш районы муниципаль районының участка һайлау комиссияһы.
Читайте нас