Новости
31 Август 2020, 06:26

Йәй ҙә, йылы көндәр ҙә хушлаша...

Августың һуңғы көндәре беҙҙе йылы, матур көндәре менән ҡыуандырҙы. Бындай һауа торошо иртәгә, 31 августа, һәм 1 сентябрҙә лә һаҡлана.

Белем көнөндә республика биләмәһендә яуым-төшөмһөҙ һауа торошо көтөлә, тип вәғәҙә итә синоптиктар. Көндөҙгө һауа температураһы +26-28 градус, төндәгеһе +14-16 градус тәшкил итәсәк.
3 сентябрҙән көндәр ҡапыл һыуыта башлаясаҡ. Төндәге һауа температураһы +4-6 градусҡаса төшәсәк, көндөҙ +15-17 градустан артмай, көньяҡ һәм көньяҡ-көнсығыш райондарҙа +20-ҡа тиклем. Көндәр һалҡынайтыуға ҡарамаҫтан, аҙна дауамында оҙайлы яуым-төшөм көтөлмәй. Бары тик йома (4 сентябрь) һәм шәмбелә (5 сентябрь) урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуасаҡ.
Аҙна аҙағына табан таулы райондарҙа төндәрен һауа температураһы +2 градус тәшкил итеп, ҡырау төшөү ҡурҡынысы барлыҡҡа киләсәк, тип иҫкәртә синоптиктар.
Фото: i.mycdn.me
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова.
Читайте нас