

Был ризыҡ фуршет әҙерләгәндә лә бик уңайлы. Үҙенә күп ваҡыт сарыф ителмәй. Тиҙ генә эшләп өҫтәлгә ҡуйырға була.
Уның өсөн беҙгә 400 грамм ҡаты сыр, 100 грамм йәшел һуған, 100 грамм ҡыяр, 100 грамм ветчина, ике йомортҡа, 100 грамм майонез, 100 грамм әнис һәм петрушка, тоҙ кәрәк буласаҡ.
Йәшел һуғанды, ҡыярҙы, ветчинаны, йомортҡаны ваҡлап турайбыҙ ҙа майонез һалып бутайбыҙ. Салатыбыҙ әҙер.
Артабан сырҙы оҙонсараҡ итеп киҫәбеҙ, стакан һымаҡ төрөп, йәшел һуған менән бәйләп ҡуябыҙ ҙа эсенә салат тултырабыҙ.
Ашығыҙ тәмле булһын!
Фото: zen.yandex.ru