Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетында әйтеүҙәренсә, ҡатын мөгәрәптәге кәштәне буямаҡсы була.
Оҙаҡ та үтмәй, ағыулы пар һулау һөҙөмтәһендә үҙен насар тоя башлай, иҫтән яҙа. Бәхеткә ҡаршы, ваҡытында ярҙам күрһәтелеү һөҙөмтәһендә иҫән ҡала.
Ҡотҡарыусылар бындай ваҡиғаларҙың йыш ҡына үлем менән тамамланыуын иҫкәртә. Мөгәрәптә сәләмәтлек өсөн зарарлы газдар йыйыла. Ғөмүмән, ябыҡ, елләтелмәгән биналарҙа айырыуса һаҡлыҡ сараларын күҙәтергә кәрәк, ти ҡотҡарыусылар.