Тантананан һуң Радий Хәбиров менән Татарстан президенты Рөстәм Миңлеханов Ҡабан күленә барҙы һәм уны төҙөкләндереү барышы менән танышты. Яр буйлап экскурсияны Татарстан президенты ярҙамсыһы Наталия Фишман-Бикмәмбәтова ойошторҙо.
Ҡабан күлдәре системаһы – үҙенсәлекле тәбиғәт һәйкәле һәм һыуҙың майҙаны буйынса (193 гектар) Татарстанда иң ҙур күл системаһы булып тора тине ул. Яр буйын төҙөкләндереү Татарстандың йәмәғәт киңлектәрен үҫтереү программаһы сиктәрендә алып барыла тинеләр президенттың матбуғат хеҙмәткәрҙәре.
Майҙа ҡала халҡы өсөн Мәржәни урамында Шиһабетдин Мәржәни һәйкәленән алып Татарстан урамына тиклемге участка асылған. Был биләмәлә Камал исемендәге театр янында түбәнге палуба төҙөкләндерелгән, кәмәлә йөрөү урыны, йәйәүлеләр зонаһы, айырым велосипед юлдары барлыҡҡа килгән.
Быйыл төҙөкләндереүҙең икенсе сираты тамамлана. Тағы бер нисә каскадлы фитотаҙартыу ҡорамалдары эшләнәсәк, спорттың ишеү төрҙәре өсөн күп функциялы мәктәбе бинаһы, барбекю зонаһы һәм күнекмәләр өсөн спорт пирсы асыласаҡ.
Радий Хәбиров менән Рөстәм Миңлеханов төҙөкләндерелгән яр буйлап йөрөнө, арт-объекттарҙы ҡараны, ял иткән кешеләр менән аралашты. Улар араһында Өфөнән туристар ҙа бар ине. Шулай уҡ һыу үҫемлектәре каскады янына һәм ағас пирсҡа төштөләр.