Новости
28 Август 2020, 09:27

Мышы ҡунаҡҡа килгән

Миәкә районының Яңы Ҡарамалы ауылы халҡы иртәнсәк ғәжәйеп күренеш шаһиты була - ауыл урамы буйлап мышы йөрөп ятҡан.

Урман ҡунағы үҙен тыныс тота. Тирә-яҡты иғтибарлап ҡарай, хатта эттәрҙең өрөүенә лә иғтибар итмәй. Ул йорт ихаталарына яҡын килә, үҙен видеояҙмаға төшөргән кешеләрҙән дә ҡурҡмай.
Әлбиттә, урман ҡунағын күреү ауыл халҡы өсөн оло ваҡиғаға әйләнгән. "Был беҙҙең ҡунаҡ! Ниндәй мөгөҙлө, ниндәй матур!" - тип һоҡланыуын белдерә ваҡиға шаһиттарының береһе.
Фото: скриншот
Автор: Рәмилә Мусина.
Читайте нас