Был - республикала теркәлгән тәүге осраҡ. Тимрәү үләненең орлоҡтар менән таралыуы мөмкин. Был культура бойҙайға эләкһә, уның сифаты үҙгәрә, ондан әсе тәм сыға. Уны ашаған һыйырҙарҙың һөтө лә әскелтем тәм бирә. Ә йылҡы малы унан бөтөнләй һәләк булыуы мөмкин. Зарарлы үлән артабан таралмаһын өсөн карантин режимы индерелгән.
Белгестәр белдереүенсә, тимрәү табылған ерҙә өс йыл буйы үҫемлектәр үҫтермәҫкә, көтөү көтмәҫкә кәрәк. Районда 151 гектар майҙанда зарарлы үлән табылған, фитосанитар карантин 600 гектар майҙанға иғлан ителгән.
Район халҡына был ҡарарҙы аңлап ҡабул итергә һәм белгестәр кәңәшен теүәл үтәргә кәрәк. Был осраҡта фермерҙарға ла иғтибарлы булыу талап ителә.