Шишмә районында “Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” сараһы үтеүе тураһында хәбәр иткәйнек. Һәр ваҡыттағыса ҡатын-ҡыҙҙарға арналған был сара үҙ эсенә бик ҡыҙыҡлы һәм файҙалы программаны тупланы. Тик уның тағы бер үҙенсәлеге бар ине. Ул да булһа, ауыр тормош шарттарында ҡалған балалар өсөн “Яҡшы эштәр ваҡыты” хәйриә акцияһы ойошторолдо.
Быйыл июлдән алып Мәскәү, Тула, Курск, Тверь, Ярослав, Рязань, Владимир өлкәләре, Ставрополь крайы һәм Башҡортостандың интернат һәм медицина учреждениеларына гигиена әйберҙәре, балалар йыһаздары, кейем-һалым, канцелярия тауарҙары һәм уйынсыҡтар менән машиналар барҙы. Акцияны “Фармэко”, “Детский мир” һәм “МС Интермак Авто” компаниялары “Столица милосердия” хәйриә фонды менән берлектә тормошҡа ашыра. Уларҙың тырышлығы арҡаһында интернат йорттарында тәрбиәләнгән балалар өсөн дөйөм хаҡы 27 миллион һум тәшкил иткән гуманитар йөк йыйылған һәм төбәктәргә алып барып еткерелгән.
– Хөрмәтле дуҫтар, мин Башҡортостанда беренсе тапҡыр һәм ике көн эсендә әйтеп бөтөрөп булмаҫлыҡ тәьҫораттар алдым. Был мәрхәмәтлек акцияһында ҡатнашып, мохтаж балаларға ярҙам итеү ҙур ҡыуаныс килтерҙе. Бөгөн акцияның беренсе этабын тамамлайбыҙ – ул беҙ булған илдең ун төбәге. Әле бында булыуыма бик шатмын һәм тағы килермен тип ышанам, – тине “ФармЭко” компанияһы директорҙар советы рәйесенең беренсе урынбаҫары Геннадий Дюмин.
Был ярҙамды Өфөнөң 17-се балалар дауаханаһы, Шишмә үҙәк район дауаханаһы, “Ғаилә” республика ресурс үҙәгенең махсуслашҡан Бала йорто, балалар йорттары һәм приюттар, “Доброе сердце” әсәләр советы тәрбиәләнеүселәре аласаҡ.