Сара барышында улар бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса фекерҙәре, ниәттәре, тәҡдимдәре менән уртаҡлашты.
Андрей Назаров Башҡортостандың, шулай уҡ райондың иҡтисадына бәйле төп күрһәткестәрҙе еткерҙе. Шулай итеп, былтыр хужалыҡ итеүсе субъекттар буйынса дөйөм әйләнеш 3,9 триллион һум тәшкил иткән. Шул уҡ ваҡытта үҙебеҙҙә етештерелгән тауар һәм хеҙмәттәр - 67 процент. Тулайым төбәк продуктының 40 проценты сәнәғәт өлөшөнә тура килә. Уға индергән күләм буйынса агросәнәғәт комплексы икенсе урында тора. Рәсәйҙә Башҡортостан был йәһәттән һигеҙенсе урында килә.
Туризм буйынса күрһәткестәр бер ни тиклем түбән, әммә ыңғай үҫеш бар. Былтыр республикаға 2,7 миллион турист килгән. Һөҙөмтәлә Башҡортостан Рәсәйҙә туғыҙынсы урынды биләгән, ә шифахана-һауыҡтырыу хеҙмәттәре буйынса - бишенсе. Быйыл иһә эске туризмға ихтыяж артҡан.
Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡта республика халҡының 12 проценты үҙенә шөғөл тапҡан. Федераль һалым хеҙмәтенең 10 авгусҡа ҡарата биргән мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда 120 мең берәмек бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты иҫәпләнә.
Осрашыу барышында пандемия шарттарында был тармаҡҡа ярҙам саралары тикшерелде, ул бөтә кимәлдәрҙә лә күрһәтелә – федераль, республика һәм муниципаль. Ошо осорҙа иҡтисадҡа булышлыҡ итеү маҡсатында төбәк бюджетынан 40 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленгән.
– Башҡортостан Хөкүмәтенең һәм эшҡыуарҙарҙың маҡсаты бер – иҡтисади күрһәткестәрҙе һәм халыҡтың тормош кимәлен яҡшыртыу. Шуға ла беҙ тығыҙ бәйләнештә эшләргә тейешбеҙ. Шул саҡта ғына ҡуйылған маҡсаттарға өлгәшәсәкбеҙ, – тине Андрей Назаров.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәтенең рәсми сайты.