Университет тарихы 1941 йылдың октябренән башлана, ул саҡта Черниковск ҡалаһына – хәҙерге Өфө ҡалаһының Орджоникидзе районы – Академик И.М. Губкин исемендәге Мәскәү нефть институты эвакуациялана. Уҡыу йортонда 276 студент иҫәпләнә. 1942 йылдың көҙөнә институт Мәскәүҙән лаборатория ҡорамалдары ала һәм кәрәкле матди-техник база булдыра, профессор-уҡытыусылар составы тулылана. 1943 йылдың ноябрендә нефть институты Мәскәүгә ҡайтарыла, ә Өфөлә филиалы ойошторола. 1942 йылда инде ул үҙаллы уҡыу йорто статусын ала.
Социаль һәм мәғлүмәти технологиялар юғары мәктәбе директоры Александр Верещагин һүҙҙәренсә, Өфөгә был тармаҡ буйынса меңгә яҡын белгес эвакуацияланған. Геолог-разведка көсө менән республикала “ҡара алтын”дың яңы ятҡылыҡтарын табыуға өлгәшәләр. Ошо арҡала Ҡыҙыл Армияның һәр бишенсе танкы башҡорт яғыулығы менән эшләгән.
“Өфө, уның предприятиелары, ауыр һуғыш йылдарында хеҙмәт иткән белгестәре булмаһа, “Хеҙмәт батырлығы ҡалаһы” маҡтаулы исемен ала алмаҫ ине”, – тип билдәләне Өфө ҡалаһының Йәмәғәт палатаһы рәйесе Айрат Шаммазов.
Өфө ҡалаһы Советы рәйесе Валерий Трофимов был мөһим статусты алыуҙы хуплаған һәм ҡултамғалар йыйыуҙа әүҙем ҡатнашҡан халыҡҡа рәхмәт белдерҙе. “Берҙәм Рәсәй”ҙең төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров әлеге ваҡытта “Хеҙмәт батырлығы ҡалаһы” стелаһына урын өсөн тауыш биреү барғаны хаҡында әйтеп китте. Унда һәр кем ҡатнаша ала: бының өсөн партияның төбәк бүлексәһе сайтында һәм “Бәйләнештә” социаль төркөмөндә тауыш бирергә мөмкин.
“Берҙәм Рәсәй” төбәк сәйәси советы Президиумы ағзаһы Алексей Прокофьев өлкән быуындың фекерен белеү өсөн “Беҙҙең хәстәр” проекты ирекмәндәрен йәлеп итергә саҡырҙы.
“Уларҙың бөтәһе лә интернет менән файҙалана алмай, мәғлүмәтте ололарға еткереү һәм ҡараштарын белеү мөһим”, – тине Алексей Прокофьев.
Был тәҡдимде Рөстәм Әхмәҙинуров та хупланы.
“Тауыш биреү тамамланыуға аҙ ваҡыт ҡалды. Ул 13 сентябргә тиклем барасаҡ. Әлеге көнгә ҡарата биш мең самаһы кеше үҙ фекерен белдерҙе. Әүҙем булырға саҡырам, сөнки нәҡ беҙҙән арт-объекттың ҡайҙа торасағы хәл ителәсәк”, – тип өҫтәне Рөстәм Әхмәҙинуров.
Фото: ӨДНТУ-ының рәсми сайты.