Һәр ваҡыт тыныс холоҡло ғаилә башлығы Абдулла Тимербәк улы ат аҫрау тураһында ишетеп кенә белмәй. Уның был эштә тәжрибәһе ошо тармаҡта эшләгәндәр кимәленә еткәндер, моғайын. Башҡаса булыуы ла мөмкин түгел. Уның бала саҡтан алып әлеге көнгә тиклем бөтә ғүмере малсылыҡ менән бәйле. Мәҡсүт ауылынан Мөкәрәмә һәм Тимербәк Ҡотлошиндарҙың алтынсы балаһы бәләкәйҙән үк, атаһы кеүек, аттар ярата.
Армиянан һуң 1983 йылда ул «Стәрле» колхозына эшкә урынлаша. Ошонда буласаҡ тормош иптәше Тәслиә Биктимер ҡыҙы менән осраша ла инде. Ул да Башҡорт дәүләт ауыл хужалығы институтының зоотехния факультетын тамамлап, ошонда эшләп йөрөй. Бынан тыш, Тәслиә апай ҙа, уның кеүек үк, күрше Ибраҡай ауылында бәләкәйҙән әсәһенә ярҙамлашып үҫә:
- Беҙ Иҫке Ҡалҡаш мәктәбендә уҡыныҡ, өйгә йәйәүләп ҡайта торғайныҡ. Төштән һуң мин фермаға йүгерәм. Унда минең әсәйем быҙау ҡараусы булып эшләй ине, - шундай хәтирәләре менән беҙҙең әңгәмәгә ҡушылды хужабикә.
Өйләнешкәс Ҡотлошиндар Стәрлетамаҡтан алыҫ түгел урынлашҡан Первомайский совхозына күсенәләр. Абдулла ағай ферма мөдире булып эшләй, ә йәмәғәте - бухгалтер була. Шунда балалары тыуа. Декрет ялында булғанда, Тәслиә апай буш ваҡытынан файҙаланмай булдыра алмай. Өс бала әсәһе икенсе иҡтисади юғары белем ала.
Әгәр Абдулла ағай, үҙебеҙсә әйткәндә, «мал тапһа», Тәслиә апай өҫтөндә - иҫәп-хисап эштәре. 2000 йылда ғаилә тыуған яҡтарына ҡайта. Ибраҡайҙа Бөрйән бураһынан матур өй һалып сығалар. Тәүҙә икеһе лә элекке Салауат исемендәге колхозда һәйбәт кенә эшләй. Әммә һуңынан хужалыҡта малсылыҡ тармағы тулыһынса бөтә. Был хәлдән нисек тә булһа сығыу һәм ғаиләһен туйындырыр өсөн Абдулла ағай мал-тыуар аҫрай башлай. Малдарын өйҙәренең артында иркен яландарҙа көтәләр. Артабан буш торған йәйге лагерҙы арендаға алалар, крәҫтиән-фермер хужалығы асалар. 2014 йылда Ҡотлошиндар өйөр йылҡысылығына Грант оталар. Был бик урынлы була. Тоҡом айғырҙары, беренсе МТЗ-82-1 тракторы һатып алалар. Тәбиғи, башҡа фермерҙар кеүек үк, Абдулла ағай файҙалы мәғлүмәтте Интернеттан таба. Йылҡы тоҡомдары төрҙәре, уларҙы нисек аҫрарға, дауаларға кәрәклеген, нисек ҡамыт-дуға эшләргә өйрәнә. Һәм шулай ҙа, ни өсөн тап йылҡы? Бәлки улар беҙҙе нимәгәлер өйрәтә? Был, тәү сиратта, көс, тотанаҡлыҡ, аҡыл һәм сыҙамлыҡ тип яуап бирҙеләр миңә. Уларҙы күҙәтеп, мәҫәлән, йылҡы өйөрөндә ғәйрәтле, алыштырғыһыҙ, еңелеү белмәҫ башлыҡтың хужа булыуын йәки уларҙың ҡышын тибендә йөрөгәндәрен ҡарап тороу, ысынлап та, ҡыҙыҡлы һәм фәһемле.
Бөгөн «Ҡотлошин А.Т.» крәҫтиән-фермерлыҡ хужалығы тотороҡло малсылыҡ хужалығы. Уның йылҡы өйөрөн көтөү өсөн 40 гектар ере, ете тиҫтә йылҡыһы, МТЗ-80 һәм МТЗ-82-1 тракторҙары бар, шулай уҡ уларҙа өс кеше рәсми эшләп йөрөй. Ошолар артында йоҡоһоҙ төндәр, хәүеф һәм башҡа «фермер» мәшәҡәттәре тора, ә Ҡотлошиндарға барлыҡ ауырлыҡтар һәм һынауҙарҙы еңеп сығырға тура килә.
Минең фермерҙарым уларҙың тармағы, эщтең ауыр һәм күп булыуына ҡарамаҫтан, ауыл эшҡыуарлығының перспективалы булыуын белә. Уларҙың продукцияһын - ит, һөттән эшләнгән ризыҡтар, ҡымыҙҙы даими һатып алыусылар бар. «Заря» йәмғиәте етәксеһе Ғафур Ҡорбанғәлиев менән дә бер-береһенә ярҙамлашып, хеҙмәттәшлек итәләр.
Әле Абдулла ағай ейән-ейәнсәрҙәрендә лә йылҡыға ҡарата һөйөү тәрбиәләй. Уларҙың иң өлкәне - Элина күптән һыбай йөрөй, уның үҙенең яратҡан аты бар. Ҡотлошиндың балаларынан Илмир - Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетын тамамлаған, капитан званиеһында ГУФСИН системаһында эшләй, ғаиләһе менән Мәләүездә йәшәй. Ҡыҙҙары Розалия, Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлап, Ишембай ҡалаһында табип-педиатр булып эшләй. Кесе ҡыҙҙары Лилиә - БДМУның 3 курс студенты. Уларҙың барыһының да эше күп, әммә хужалыҡ буйынса ата-әсәһенә ярҙамлашырға һәр саҡ ваҡыт табалар. Кем белә, бәлки ваҡыт үтеү менән ейәндәренең береһе ошо ғаилә эшен лайыҡлы дауам итер. Быға бик ышанғы килә.