Стэрлебаш шишмэлере
+22 °С
Ямғыр
Новости
26 Август 2020, 11:15
Стәрлетамаҡ яҡтырып ҡалды
Йәй эсендә Стәрлетамаҡ урамдарындағы яҡтыртҡыстар тулыһынса алмаштырылды. Хәҙер ҡала юлдарын һәм ихаталарын энергияны һаҡлаған диодлы лампалар яҡтырта.
Стәрлетамаҡ хакимиәте ресурстарҙы һаҡсыл тотоноу йәһәтенән планға ярашлы эш алып бара. Ошоға бәйле энергия сервисы килешеүе төҙөүгә конкурс иғлан ителде. Уның маҡсаты – ҡаланы яҡтыртыу сифатын яҡшыртыу, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген арттырыу, электр энергияһына сығымды кәметеү, селтәрҙәрҙе хеҙмәтләндереүҙе ҡулайлаштырыу. Муниципаль конкурста Башҡортостандың энергия һатыу компанияһы еңеп сыға. “Электр селтәрҙәре” муниципаль унитар предприятиеһы подряд монтаж ойошмаһы булараҡ эш итә.
Һөҙөмтәлә быйыл Стәрлетамаҡ урамдарындағы 16 мең натрийлы яҡтыртҡыс диодлыға алмаштырыла. Был эш юл селтәрендә лә, ихаталарҙа ла башҡарыла. Яңы яҡтырҡыстарға ете йылға гарантия бирелә.
Ошо көндәрҙә ҡала хакимиәте башлығы Владимир Куликов эште ҡабул итеү документына ҡул ҡуйҙы.
Фото: vk.com
Автор: Лилия Давлетбакова.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/St-rletama-ya-tirip-aldi-427351/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"