Новости
26 Август 2020, 11:27

Гүзәл Уразованың икмәге ҡабарғанмы?

Башҡорт һәм татар эстрадаһының сағыу йырсыһы Гүзәл Уразова Инстаграм сәхифәһендә әленән-әле үҙенең тормошоноң ҡыҙыҡлы мәлдәрен һалып тора.

Әле йырсы үҙенең сәхифәһендә ҡәйнәһе менән икмәк бешереүен ҡуйған. Видео йырсының виртуаль дуҫтарына матур тәьҫораттар ҡалдырған, улар бик матур теләктәр менән комментарийҙар яҙған. Уҫалыраҡ, әсе теллеләре уның икмәгенең насар ҡабарыуын да күреп өлгөргән.
"Ауыл икмәге ашағы килеп китте әле. Мейестә булмаһа ла, әсәй менән бергәләп, духовкала икмәк һалдыҡ. Әйткәнем бар инде ҡәйнәмә әсәй тип өндәшкәнемде. Әсәй ҙә миңә: "И, балаҡайым, һин минең күптән көткән ҡыҙым булдың инде. Өс малай үҫтерҙем, гел ҡыҙ теләй инем. Хоҙай Тәғәләгә рәхмәт һинең өсөн", - тип әйтә", - тип яҙған ул үҙенең сәхифәһендә.
Фото: ирекле сығанаҡтан.
Автор: Карима Усманова.
https://bash.rbsmi.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/G-z-l-Urazovani-ikm-ge-abar-anmi-426670/
Читайте нас