Түңәрәктә нимә менән шөғөлләнәбеҙ һуң? «Башҡорт фольклоры» булғас, аңлашылып тора: халыҡ ижады буйынса төрлө дәрестәр алабыҙ. Онотолоп барған уйындарҙы, йолаларҙы, бейеүҙәр, йырҙар һ.б. өйрәнәбеҙ. Мәҫәлән: «Яулыҡ һуғыш», «Йәшерәм яулыҡ», «Күҙ бәйләш йәки һәпәләк» уйындарын һәм яулыҡҡа бәйле йырҙарҙы («Ҡушъяулыҡ», «Яулыҡтарың»), бейеүҙәрҙе («Бишбармаҡ», «Шәл бәйләнем», «Бүләк») өйрәнеп бөткәс, «Яулыҡ» байрамы үткәрҙек. Ҡайҙа ғына ҡулланылмай халҡымдың күҙҙең яуын алып торған яулыҡтары. Һәр йорт хужабикәләре яулыҡ бәйләп, ниндәй генә тәмлекәстәр бешермәй. Түңәрәктә яулыҡ бәйләү серҙәренә төшөндөк. Был сығышыбыҙҙы тәүҙә Ибраҡай балалар баҡсаһында, шунан үҙебеҙҙең мәктәптең башланғыс класс уҡыусыларына күрһәттек. Уларға сығышыбыҙ бик оҡшаны.
Бынан тыш эҙләнеү-тикшеренеү эштәре менән дә шөғөлләнәбеҙ. Халҡыбыҙҙың онотола барған балалар уйындарын, йолаларын өйрәнәбеҙ. Өлкәндәрҙән һорашып, ырым-ышаныуҙарҙы йыйып тикшереүҙәр конкурсында сығыш яһаныҡ.
Өфөлә үткән Башҡорт Юниор КВН Лигаһында беренсе тапҡыр ҡатнашып, III урын алып ҡайттыҡ. Был күңелле сарала беҙ башҡа командалар менән таныштыҡ, ҙур тәжрибә туплап, тағы ла яңы еңеүҙәргә дәрт алдыҡ. Тағы ла беҙ, түңәрәктә шөғөлләнеүселәр, «Юл хәүефһеҙлеге» КВН уйынында, «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!», «Шәжәрә» байрамдарында, «Яҙғы тамсылар», «Әсә – ул бәхет!» ижади конкурстарында уңышлы сығыш яһаныҡ.
Шулай уҡ ике йылға бер тапҡыр үткәрелгән «Башҡортостан ынйылары» республика конкурс-фестивалендә лә даими рәүештә ҡатнашабыҙ. Быйыл беҙ «Аҡмулла эҙҙәре буйлап» программаһы менән Стәрлетамаҡ районы Рощинский ҡасабаһында үткәрелгән зональ этапта Гран-при яулап ҡайттыҡ. Ә беҙҙең Элина Нәзирова лидерҙар араһында үткән ярышта еңеүсе булды. Был конкурсҡа бик ентекле әҙерләндек. Конкурс шарттары буйынса сығышта балалар ғына ҡатнашырға тейеш. Шуға күрә беҙ күмәкләп ҡумыҙҙа, ә Камил Ғәлиев баянда уйнап, түңәрәктә алған һөнәрҙәребеҙҙе күрһәттек. Был әҙәби-музыкаль композиция менән район китапханаһында «Туған телем – наҙлы гөлөм» сараһында ҡабатлап сығыш яһаныҡ. Быйыл октябрҙә данлыҡлы Стәрлебаш мәҙрәсәһенең 300 йыллығы билдәләнә. Ошо сарала ҡатнашырға беҙҙе лә саҡырҙылар.
Беҙҙең был еңеүҙәребеҙҙең башында етәксебеҙ Ә.М.Мөхәмәтйәнова тора. Әнисә Муса ҡыҙы 1988 йылдан алып ойошторған түңәрәктә беҙҙең атай-әсәйҙәребеҙ, ағай-апайҙарыбыҙ ҙа шөғөлләнгән. Беҙҙең еңеүҙәргә, рухи тәрбиә биреүгә күп көс һалғаны өсөн ҙур рәхмәт белдерәбеҙ һәм тағы ла ижади уңыштар теләйбеҙ.