Ҡунаҡ ашы - ҡара ҡаршы, ти халҡыбыҙ. Бөгөн Радий Фәрит улы буласаҡ рәссам ҡыҙға бик матур бүләк — һүрәт төшөрөү өсөн “Йәш рәссам” йыйылмаһын ебәргән. Камилла көтөлмәгән бүләккә ифрат шат. Уҡыу йылы алдынан бирелгән махсус дәртләндереү сараһы ҡыҙҙы яңы үрҙәргә әйҙәп торор тигән ышаныста ҡалабыҙ.