Новости
25 Август 2020, 07:18

Иҫке сибайҙар оҙаҡ көттө был мәлде

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылында яңы мәктәп төҙөү буйынса эш башланды. Ошо көндәрҙә төҙөлөш барышы менән БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе Марат Әхмәҙуллин яҡындан танышты.

2021 йылдың аҙағына бында 375 урынлыҡ өр-яңы заманса мәктәп барлыҡҡа киләсәк. Дүрт ҡатлы яңы бина элекке белем усағы урынында ҡалҡып сығасаҡ. Проект буйынса яңы бинала класс кабинеттарынын тыш, спорт залы, ашхана һәм ярҙамсы биналар, ҙур тамаша зал һәм модулле ҡаҙанлыҡ урынлашасаҡ. Ял зонаһында хәрәкәтле уйындар өсөн - өс, ял итеү өсөн ике майҙансыҡ ҡаралған. Физкультура-спорт зонаһында баскетбол, волейбол, футбол майҙансыҡтары төҙөләсәк.
Әле төҙөлөштә эш ҡайнай: яңы объекттың нигеҙе һалына, һыу үткәргес селтәре һуҙылған. Шулай уҡ эште йәнләндереү һәм күберәк эшселәр йәлеп итеү бурысын ҡуйҙы комитет рәйесе. Сөнки иҫке сибайҙар яңы мәктәпте оҙаҡ йылдар көтә һәм уларҙың теләген тормошҡа ашырыу өсөн объектты ваҡытында тапшырыу талап ителә.
Фото: БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы.
Автор: Карима Усманова.
Читайте нас