Стэрлебаш шишмэлере
+21 °С
Болотло
Новости
25 Август 2020, 07:19
"БСК"ны юридик яҡтан тикшереү башланды
Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә “Башҡортостан сода компанияһы” эшмәкәрлеге тураһында һүҙ булды. Әлеге ваҡытта компанияның дәүләт пакеты акцияларының ситкә китеүенә бәйле килешеүҙәрҙе юридик яҡтан тикшереү бара.
- Стәрлетамаҡтың иң ҙур предприятиеларының береһе “БСК”лағы хәлдәр беҙҙе етди борсой. Бөтәбеҙ ҙә һуңғы ваҡытта барған ваҡиғаларҙың шаһиты булдыҡ, – тине Радий Хәбиров. – Мин был предприятиеның артабанғы яҙмышы өсөн яуаплылыҡты үҙебеҙҙең иңгә алырға тейешбеҙ тип хәл иттем. Әлеге ваҡытта акционерҙар сеймал базаһы булмау шарттарындағы хәлде аңламай һәм ни эшләргә белмәй. Ә беҙ сода предприятиеһының артабанғы үҫеш юлдарын күҙаллайбыҙ. Мин республиканың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығына бөтә килешеүҙәрҙе юридик яҡтан тикшерергә ҡуштым, шул иҫәптән Башҡортостан бюджетына зыян килтереү йәһәтенән дә.
Республиканың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская белдереүенсә, министрлыҡта юридик төркөм булдырылған һәм улар тейешле документтарҙы өйрәнә башлаған.
– Мәғлүмәт күләме үтә ҙур, шуға күрә беҙгә бер ни тиклем ваҡыт кәрәк буласаҡ. Барыһын да анализлап, тикшереү һөҙөмтәләрен һәм ҡарарҙар варианттарын тәҡдим итәсәкбеҙ. Эштең суд тикшереүҙәренә һәм хоҡуҡ һаҡлау органдарын йәлеп итеүгә тиклем барып етеүе ихтимал, – тине министр.
Радий Хәбиров был эштең үтәлешен күҙәтеүҙе Хөкүмәт Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаровҡа йөкмәтте.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Автор: Альфия Мингалиева.
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-y-s-t-m-kho-u/BSK-ni-yuridik-ya-tan-tikshere-bashlandi-423860/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"