Башҡортостан Башлығының был хаҡтағы ҡарары хоҡуҡи мәғлүмәт порталында күренде. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, “Әсәлек даны” миҙалы менән биш һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән ҡатындар наградлана. Аҡсалата бүләк республика бюджетынан ғаиләгә һәм әсәлеккә дәүләт ярҙам сараһы булараҡ бирелә.
Тормош ҡото, йәшәү йәме булған, йорт тулы сабыйҙарын һөйөп үҫтергән әсәйҙәр беҙҙә бар! Рәхмәт, һеҙгә ауыр, әммә хөрмәткә лайыҡ хеҙмәтегеҙ өсөн!