Новости
24 Август 2020, 07:05

Табынға нур өҫтәр "Нур"

Был салат бик тиҙ һәм еңел әҙерләнә. Ингредиенттар ҙа күп кәрәкмәй. Ашығыҙ тәмле, күңелегеҙ көр булһын, дуҫтар!

«Нур» салатын әҙерләү өсөн бер банка консерваланған аҡ борсаҡ, бешерелгән дүрт йомортҡа, ике йәшел ҡыяр, салат япрағы (ҡытай кәбеҫтәһе), майонез, тоҙ, борос алабыҙ.

Башта салат япрағын арҡырыға киҫәбеҙ. Йомортҡаны, ҡыярҙы шаҡмаҡлап турайбыҙ. Борсаҡ, тоҙ, борос һалып, майонез менән бутайбыҙ.

Салат әҙер. Ашығыҙ тәмле булһын!

Фото: youtube.com

Автор: Рисаля Юмагулова.
Читайте нас