

Беҙгә 700 грамм сөгөлдөр, өс литр һыу, ике-өс аш ҡалағы шәкәр ҡомо, бер семтем тоҙ, бер-ике киҫәк кипкән ҡара икмәк, бер ус йөҙөм кәрәк буласаҡ.
Сөгөлдөрҙө эре ҡырғыстан үткәрәбеҙ йәки йоҡа итеп – пластинкалап – турайбыҙ. Өс литрлыҡ банкаға һалып, ҡайнап йылымысланған һыуҙы, шәкәр, икмәкте, йөҙөмдө өҫтәйбеҙ ҙә ауыҙын ике ҡатлы марля менән бәйләп, йылы урынға әсетергә ҡуябыҙ. Ваҡыты-ваҡыты менән өҫтөнә йыйылған күбекте алып ташлап торабыҙ.
Ете көндән сихәтле эсемлек әҙер була. Һауыттағыһын эсеп кәметкән һайын, ҡайнап һыуыған һыу өҫтәп торабыҙ. Төҫө һәм тәме бөткәнсе шулай эшләргә мөмкин. Таҙарыныуҙы маҡсат итеп ҡуйғанда, ашарҙан ярты сәғәт алдан эсергә кәрәк. Кеүәҫте шулай уҡ һалҡын ризыҡ әҙерләгәндә лә, борщ бешергәндә лә ҡулланырға мөмкин.
Сәләмәт булайыҡ!
Фото: jirabas.ru