Новости
24 Августа 2020, 06:51

Бында туҡталыш бар, тиҙәр...

Транспорт, туҡталыш, пассажир. Ошо өс төшөнсә менән ҡала кешеләре көн дә осраша. Өфө ҡалаһы тураһында һүҙ барғанда, шөкөр, транспорттарҙың торошо, хәрәкәте көйләнә, әммә туҡталыштарға бәйле мәсьәлә байтаҡ әле.

– “Революция урамы” туҡталышында трамвай көтөп торғанда мине бер автомобиль саҡ төкөмәне, – тип борсолоп һөйләй Мәҙинә Әбсәләмова. – Был урын трамвай туҡталышына оҡшамаған. Асфальт еңелсә күтәртелгән - бары шул ғына.
Әммә беҙгә ведомствола аңлатыуҙарынса, туҡталыш бөтә талаптарға ла яуап бирә. Тик бында водителдәр тиҙлекте мотлаҡ кәметергә тейеш - юл билдәһе ҡуйылған. Ә инде трамвай туҡтағанда, еңел машина водителдәре туҡтап, трамвайҙың ҡуҙғалғанын көтөргә тейеш.
Ә бына Пушкин һәм Аксаков урамдары киҫелешендә “Башҡорт дәүләт университеты” туҡталышы барлығын ишетеп, шаҡ ҡаттыҡ. Ул бит бөтөнләй туҡталыш талаптарына яуап бирмәй. Тар тротуарҙан атлаған йәйәүлеләр автобусты көтөп торған пассажирҙар менән бәрелешә, халыҡ автомобиль юлына сығырға мәжбүр. Ҡыш миҙгелендә, ҡараңғыла айырыуса хәүефле. Өҫтәүенә, маршрут автобустары туҡтау сәбәпле, тап ошо урында көслө тығын хасил була.
Автор фотоһы.
Автор: Ильдар Акьюлов.
Читайте нас