Стэрлебаш шишмэлере
+22 °С
Ямғыр
Новости
20 Август 2020, 06:27
"Яҡшы кешеләр булғанығыҙ өсөн рәхмәт!"
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Сибай халҡын ҡаланың 65 йыллыҡ юбилейы менән ҡотланы һәм дәүләт наградалары тапшырҙы.
– Бөтөн Сибай халҡын матур байрам менән ҡотлайым. Түҙемлегегеҙ өсөн һеҙгә һәр ваҡыт рәхмәт әйтәм. Ысын һәм яҡшы кешеләр булғанығыҙ өсөн рәхмәт, – тине Радий Хәбиров. – Беҙ һәр ваҡыт һеҙҙең менән бергә буласаҡбыҙ – ҡайғыла ла, шатлыҡта ла. Ҡалаға уңыштар һәм уның сәскә атыуын теләйем.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, тантаналы сарала республика етәксеһе “Ирәндек моңдары-2020” төбәк-ара конкурсы еңеүселәрен тәбрикләне. 16 йәшкә тиклемге балалар араһында Гран-приға Сибайҙан Мира Харрасова лайыҡ булды. Уға 30 мең һум аҡса менән электр самокаты бүләк иттеләр. Өлкәндәр араһында еңеүсегә - Ейәнсура районынан Әлфиә Мырҙабаеваға – автомобиль.
Тантана башланыр алдынан Радий Хәбиров “Урал аръяғы-2020” II Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы айҡанлы иҫтәлекле плитә һалыуҙа ҡатнашты. Башҡортостан Башлығы менән бергә унда Хөкүмәттең беренсе вице-премьеры Андрей Назаров, Сибай ҡалаһы мэры Рөстәм Афзалов булды.
Форум башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары ҡатнашлығындағы ҙур байрам концерты менән тамамланды.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Автор: Альфия Мингалиева.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Ya-shi-keshel-r-bul-ani-i--s-n-r-hm-t-418412/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"