Новости
20 Август 2020, 06:39

"Ҡуштау беҙҙе берләштерҙе!"

Драматург һәм яҙыусы Зөһрә Бураҡаева фекеренсә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың республиканың “Башҡортостан сода компанияһы” өҫтөнән контроль алыуы һәм уның өсөн альтернатив сеймал сығанаҡтарын эҙләргә, шулай уҡ Ҡуштау шиханын һаҡларға тигән ҡарары республиканыңа бар халҡы менән бергә ҡабул ителде.

– Ҡуштау буйынса ҡарар бөтәһе тарафынан да ҙур яфалар аша килде. Һәм был Башҡортостан Башлығының да бик еңел булмаған ҡарары. Уға бик күп көтөлмәгән аҙымдар килтерҙе, бер кем дә халыҡтан бындай патриотизмды көтмәгәйне. Ҡуштауҙа ҡаршы тороуҙар буласағын мин аңлай инем, һәм уны күптәр көттө, тик уның был тиклем күп халыҡ ҡатнашлығында үтерен белмәнек. Үҙем дә карьерама төкөрөп, Ҡуштауҙы яҡларға сығырға әҙер инем, сөнки йөрәгем түҙмәҫ ине, ул минең өсөн үтә мөһим. Һөҙөмтәлә, Ҡуштау Башҡортостанда йәмғиәттең берләшеүе, ҡушылыуының яңы символына әйләнде. Торатау – изге тау. Ә Ҡуштау – республика халҡын берләштереүсе тауға әйләнәсәк, – ти ул.
Зөһрә Бураҡаева фекере буйынса, Ҡуштау мәсьәләһен хәл итеү республика эсендәге бүленешкә юл ҡуйған сәбәптәрҙе юҡҡа сығара.
– Беҙҙә бер ҡасан да милләт-ара конфликттар булманы, тел мәсьәләләре лә хәл ителә, тик шихандарҙы һаҡлау йәмәғәтселектең иң үткер проблемаһы булып ҡала килде. Был бик ҙур, глобаль мәсьәлә булды. Ҡуштау шуны күрһәтте: беҙ ата-балаларыбыҙҙы хәтерләйбеҙ, беҙҙә ер, тарих хәтере бар, башҡорт өсөн изге ете быуынды һәр кем белә. Беҙҙең халыҡ тыныс, низағтарға бармай, тик ул үҙ ерен бирмәйәсәк. Әле беҙҙең ауылдарҙа йәшәгән кешеләр себер тарафтарына китә башлап, урбанизация барһа ла, Ҡуштау тирәһендәге хәлдәр беҙҙең милли ғорурлығыбыҙ, киләсәк өсөн яуаплылығыбыҙ барлығын күрһәтте, – ти Зөһрә Бураҡаева.
Фото: Башинформ.
Автор: Альфия Мингалиева.
Читайте нас