Новости
20 Август 2020, 06:38

Өҫтәлгә йәм өҫтәйбеҙ

Ошондай салат эшләп ҡарағанығыҙ бармы? Рецебын тәҡдим итәбеҙ. Ашығыҙ тәмле, эштәрегеҙ уң булһын, дуҫтар!

Бешерелгән ярты килограмм тауыҡ итенең ағы, бер баш һуған, ярты килограмм бешкән картуф, өс-дүрт йомортҡа, 250 грамм тоҙло ҡыяр, ике тырнаҡ һарымһаҡ, майонез, 50 грамм грек сәтләүеге, тоҙ, борос, салат япрағы, зәйтүн кәрәк.
Булған ингредиенттарҙы турап, майонез һалып бутайбыҙ. Тоҙ, борос өҫтәйбеҙ.
Өҫтәлгә салат япраҡтары һәм зәйтүн менән биҙәп ҡуябыҙ.
Ашығыҙ тәмле булһын!
Фото: M.ok.ru
Автор: Рисаля Юмагулова.
Читайте нас