Новости
20 Август 2020, 06:31

Төбәк үҫешен тәьмин итәсәк

Сибайҙа үткән II Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы барышында Башҡортостан Республикаһы менән федераль институттар араһында хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Стратегик эшләнмәләр үҙәге президенты Александр Синицын Башҡортостан Хөкүмәте менән фонд араһында килешеү турһындағы документҡа ҡул ҡуйҙы.
Улар төбәктең социаль-иҡтисади үҫеше буйынса ҡуйылған өҫтөнлөклө бурыстарҙы хәл итеү, Башҡортостан иҡтисадының структур үҙгәрешен тәьмин итеү өсөн ғилми, мәғлүмәт-аналитика һәм эксперт-аналитика өлкәләрендә хеҙмәттәшлек итергә планлаштыра.
Артабан Радий Хәбиров менән Рәсәй Финанс министрлығының Ғилми-тикшеренеү финанс институты директоры Владимир Назаров Башҡортостан Хөкүмәте менән институт араһындағы хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы.
Документ Башҡортостандың һөҙөмтәле социаль-иҡтисади үҫешен тәьмин итеү, төбәктең инвестиция ҡеүәтен арттырыу өсөн консультациялар, форумдар, "түңәрәк өҫтәл"дәр һәм башҡа саралар үткәреү, берҙәм эш төркөмдәрен булдырыуҙы күҙ уңында тота.
Шулай уҡ форум барышында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров агросәнәғәт комплексы һәм башҡа өлкәләрҙә ҙур инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу ниәтендә “Времена года”, “ДМС” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре һәм “Полюс” сауҙа, финанс, консалтинг ойошмаһы менән хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүҙәргә ҡул ҡуйҙы.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Автор: Альфия Мингалиева.
Читайте нас