Стэрлебаш шишмэлере
+21 °С
Болотло
Новости
20 Август 2020, 06:34
Ректор Азат Йәнгиров ниндәй фекерҙә?
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Башҡортостан сода компанияһы”ның контроль пакетын республикаға ҡайтарыу тураһындағы ҡарарын еткерҙе. Быға ҡарата иҡтисад фәндәре докторы, Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институты ректоры Азат Йәнгиров үҙ фекерен белдерҙе.
Ғалим әйтеүенсә, әлеге ҡарар төбәктең иҡтисадына ыңғай йоғонто яһаясаҡ.
"Бер осор республиканан “Башнефть”, шул уҡ “Сода” кеүек ҙур предприятиелар китте. Ошо сәбәпле төбәк ҙур “тере” аҡсаны юғалта. Башҡортостандың “БСК”лағы 38 һәм “Башнефть” компанияһындағы 25 проценты беҙ иҫәп тотҡан ресурстар түгел. Улар бит - федераль кимәлдәге ҙур корпорациялар. Шуға күрә, әгәр Башҡортостан “БСК”ның контроль пакетын ҡайтара алһа, был алға ҙур аҙым буласаҡ, республика бюджетын тулыландырыу күпкә артасаҡ", – тине Азат Йәнгиров.
Уның фекеренсә, иң яҡшыһы - был предприятиеларҙың Башҡортостандыҡы булыуы, сөнки улар урындағы сеймал менән файҙалы ҡаҙылмаларҙы тотона.
Ә республика предприятие өҫтөнән контролде үҙенә ҡайтара алған саҡта, Ҡуштауҙың артабанғы яҙмышы тураһындағы һорауға ул аныҡ ҡына яуап бирә алманы.
"Сеймалдың альтернатив сығанаҡтары табылһа, бик яҡшы буласаҡ. Тик был хәтлем предприятиенан ҡолаҡ ҡағыу ҙа дөрөҫ булмаҫ ине", - тине ул.
Фото:
Башинформ.
Автор: Альфия Мингалиева.
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-y-s-t-m-kho-u/Rektor-Azat-Y-ngirov-nind-y-feker-418200/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"