Новости
20 Август 2020, 06:29

"Лада Гранта" кемдә?

Сибай ҡалаһында башҡорт йырын башҡарыусыларҙың "Ирәндек моңдары-2020" төбәк-ара конкурсы тамамланды. Унда бөтәһе 183 видеояҙма ебәрелеп, 76-һы II турға үтте.

Һәүәҫкәр һәм профессиональ йырсылар араһындағы конкурста Ейәнсура районынан Әлфиә Мырҙабаева Гран-приға лайыҡ булды. Еңеүсегә төп призды - өр-яңы "Лада Гранта" автомобиле асҡысын - Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тапшырҙы.
34 йәшлек йырсы сығышы менән Ейәнсура районынан. Әлфиә Мырҙабаева - конкурс тарихында һәүәҫкәр башҡарыусылар араһынан Гран-при яулаған тәүге конкурсант. "Ирәндек моңдары"нда ул 2010 йылдан ҡатнаша.
"Бик шатмын! Ҡасан да булһа еңеремә ныҡ ышандым һәм маҡсатыма өлгәштем, - ти Әлфиә. - Водитель таныҡлығым бар, тыуған яғыма машинаны үҙем йөрөтөп ҡайтасаҡмын".
Балалар араһында Гран-при Сибай ҡалаһынан Мира Харрасоваға бирелде.
Фото: Людмила Ильязова.
Автор: Карима Усманова.
Читайте нас