Стэрлебаш шишмэлере
+22 °С
Ямғыр
Новости
20 Август 2020, 06:36
Идарасы ҡаһарманлығы был
“БСК” акцияларының контроль пакетын ҡайтарыу һәм предприятие өсөн альтернатив сеймал сығанаҡтарын эҙләү маҡсаты - Башҡортостан халҡының Радий Хәбиров өсөн тауыш биргән сағындағы ҡарары нигеҙе. Был фекерҙе республиканың Йәмәғәт палатаһы аппараты етәксеһе Шамил Вәлиев белдерҙе.
"Предприятиеның ил һәм республика өсөн мөһимлеген иҫәптә тотоп, етәксегә был ҡарарҙы ҡабул итеү һәм уны нигеҙләүҙең ни тиклем ауыр булыуын күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын. Был хәл буйынса эшләгән саҡта уның сабырлығы, рухы типик корпоратив ҡарарға түгел, ә Рәсәй һәм Башҡортостан патриотының идара итеү ҡаһарманлығына нығыраҡ оҡшаған. Әлеге ҡарар иҡтисадты үҫтереү өсөн дә юлдар аса, республикабыҙҙың эскерһеҙ, тыуған яғының үҙенсәлекле ландшафттарын яратҡан халҡының күңелен һаҡлау өсөн дә мөһим. Был ил, республика өсөн әһәмиәтле предприятиеның сеймал проблемаһын хәл итеү өҫтөндәге ҙур һәм рациональ эшмәкәрлектең башы ғына. Иң мөһиме - башланғыс һалынды. Был аҙна бөтә донъяға яңы күренекле урынды – драматик тарихлы башҡорт шихандарын - асты", – тине ул.
Фото: Дим Толонғужин.
Автор: Альфия Мингалиева.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Idarasi-a-armanli-i-bil-418180/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"